"Кутузов" исемендәге Орел стратегик һөжүм операцияһы
Орловская наступательная операция ("Кутузов") | |||
Основной конфликт: Вторая мировая война Великая Отечественная война | |||
Т-34 азат ителгән Орел ҡалаһының Мәскәү урамында | |||
Ваҡыты | |||
---|---|---|---|
Урын |
Орел , Брянск, Калуга өлкәләре | ||
Һөҙөмтә |
СССР-ҙың еңеүе. Орел, Кром, Мценск, Болхов, Карачев, Жиздраны азат итеү. Брянск йүнәлешендә һөжүм итеү шарттарын тәьмин итеү һәм совет ғәскәрҙәренең Белоруссиияның көнбайыш сиктәренә инеүе. | ||
Дошмандар | |||
| |||
Командующийҙар | |||
| |||
Яҡтарҙың көсө | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
Аудио, фото, видео на Викискладе |
"Кутузов" исемендәге Орел стратегик һөжүм операцияһы "Кутузов" — совет һөжүм операцияһы , ул 1943 йылдың 12 июленән 18 авгусҡа тиклем Курск һуғышы ваҡытында Орел янындағы дошмандың күмәк төркөмөн тармар итеү өсөн алып барылды.
"Кутузов" операцияһы планына ярашлы 12 июлдә Көнбайыш (командующие — генерал-полковник В. Д. Соколовский) һәм Брянск (командующийы — генерал-полковник м. М. Попов) фронттары Орел йүнәлешендә һөжүм башлаған. 15 июлдә ( № 00408/оп директиваһы нигеҙендә) немецтәрҙең һөжүме башланғансы үҙе торған сиктәргә сығыу маҡсатында Үҙәк фронт контр һөжүм башлай һәм 18 июлдә ул үҙенең элекке торошон тергеҙә. 19 июлдең таңында Үҙәк фронт ғәскәрҙәре "Кутузов" кодлы исем аҫтындағы операцияға тулыһынса инеп, Курск-Кром йүнәлешендә һөжүмгә күсә.
Орел плацдармында дошмандың 37 дивизияһы (шул иҫәптән 8 танк һәм ике моторлаштырылған 9-сы һәм 2-се танк армияһы) торған. Немец ғәскәрҙәренең төп оборона һыҙаты тәрәнлеккә 5-7 км-ға тиклем йыһазландырылған булған. Кешеләр йәшәгән эре ауыл, ҡалалар нығытылған таяныс пункттарына әйләндерелгәндәр. Бигерәк тә Орел, Болхов, Мценск һәм Карачев ҡалалары нығытылған ҡалаларға әйләндерелгәндәр. Шуны ла әйтергә кәрәк, 2-я танк армияһы фронттан август аҙағында сығарылған һәм 43 йылдың сентябренән ул Балҡан тауҙарына ебәрелгән.
Көнбайыш һәм Брянск фронттары һөжүмдең тәүге ике көнө эсендә дошмандың Орел-Курск дуғаһындағы тактик оборона зонаһын өҙгән. Һөжүм киң һыҙатта алып барғанлыҡтан, Үҙәк фронт Кром йүнәлешендә дошманға көслө баҫым яһай. 29 июлдә Болхов, ә 5 августың таңында — Орел дошмандарҙан азат ителә. 18 августа совет ғәсҡәрҙәре Брянскиҙең көнсығышындағы дошмандың "Хаген" оборона һыҙығына килеп етә. Орел янындағы немецтәрҙең "Центр" исемле армия төркөмө еңелгәндән һуң немец командованиеһының Орел плацдармын көнбайышҡа табан һөжүм өсөн файҙаланыу планы селпәрәмә ватыла. Контр һөжүмдә булған Ҡыҙыл Армияның хәрәкәте көнбайышҡа табан һөжүм менән алмашына.
Һуғыш ваҡытында беренсе салют Орелды азат итеү хөрмәтенә бирелде.
Юғалтыуҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Совет ғәскәрҙәренең һаны һәм кешеләрҙе юғалтыу Кривошеев Г. Ф.иҫәпләүҙәре буйынса
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кривошеев Г. Ф.иҫәпләүҙәре буйынса"Кутузов" операцияһында совет ғәскәрҙәренең , һәләк булғандарҙың һаны[4]:
Наименование объединений и сроки их участия в операции | Боевой состав и численность войск к началу операции | Людские потери в операции | ||||
количество соединений | численность | безвозвратные | санитарные | всего | среднесуточные | |
Западный фронт (левое крыло) | сд — 19, тк — 2, отбр — 5 | 233300 | 25585 | 76856 | 102441 | 4241 |
В том числе: | ||||||
— 11-я гв. армия (12.07.-30.07.43 г.) | сд — 12, тк — 2, | 170500 | 12768 | 38513 | 51281 | 2699 |
— 50-я армия (12.07.-18.08.43 г.) | сд — 7, отбр — 1 | 62800 | 5395 | 17767 | 23162 | 610 |
— 11-я армия (20.07.-18.08.43 г.) | 4979 | 15580 | 20559 | 685 | ||
— 4-я танковая армия (20.07.-18.08.43 г.) | 2443 | 4996 | 7439 | 248 | ||
Брянский фронт (3-е формирование — весь период) | сд — 21, тк— 2, сбр — 1, отбр — 1 | 409000 | 39173 | 123234 | 162407 | 4274 |
Центральный фронт (весь период) | сд — 41, ид — 1, тк — 4, сбр — 3, отбр — 4, УР — 3 | 645300 | 47771 | 117271 | 165042 | 4343 |
Итого | Дивизий — 82, корпусов — 8, бригад —14, УР-3 | 1287600 | 112529 (8,7 % | 317361 | 429890 | 11313 |
См. шулай уҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Список операций вооружённых сил СССР во Второй мировой войне
- Список частей-участников Курской битвы
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ КУРСКАЯ БИТВА
- ↑ Россия и СССР в войнах XX века — Потери вооруженных сил 2007 йыл 14 июль архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 Human Losses in World War II Heeresarzt 10-Day Casualty Reports per Army/Army Group, 1943 (BA/MA RW 6/556, 6/558) 2013 йыл 25 май архивланған.
- ↑ Г.